Башҡортостан 2023-2024 йылдарҙа модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын – модулле ҡунаҡханалар, глэмпингтар һәм башҡа тиҙ төҙөлә торған конструкцияларҙы булдырыу буйынса инвестиция проекттарына ярҙам итеү өсөн субсидиялар биреүгә һайлап алыуҙа еңеүселәр иҫәбенә инде. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә республика федераль бюджеттан 258,6 миллион һум аласаҡ. Аҡса туризм өлкәһендә 16 инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. – Башҡортостан туристар өсөн тағы ла мауыҡтырғыс ял итеү урынына әйләнеп бара. Төбәккә туристар ағымы арта, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда ул 2,1 миллион кеше тәшкил итә. Республикала ялға ихтыяждың артыуы менән бәйле, тиҙ төҙөлә торған модулле ҡунаҡханалар, глэмпингтар һанын арттырыу, уларҙа булыу өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу ихтыяжы бар. 16 ғариза еңеүсе тип танылды – был бик яҡшы һөҙөмтә һәм республиканың туристар өсөн тағы ла мауыҡтырғыс нөктәгә әйләнеүе өсөн мөһим аҙым, – тип билдәләне Башҡортос
Туризм өлкәһендә 16 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ
1 июля 20231 июл 2023
2 мин