Республикала былтыр 1090 үпкә яман шеше осрағы асыҡланған. Был сирҙәр структураһында үпкә яман шеше - икенсе урында. Һуңғы тиҫтә йыл эсендә иртә диагностикалау күрһәткесе 20 процентҡа артты. Сәбәбе – һаулыҡ һаҡлауҙа диагностик мөмкинлектәрҙең артыуы, диспансерлаштырыуҙың яҡшырыуы, иҫкәртеү сараларының киңерәк үткәрелеүе. Әле Рәсәйҙә үпкә яман шешен иҫкәртеү аҙналығы бара. Сирҙең тәүге стадияһында ул үҙен һиҙҙермәй, бары күкрәк ситлегенә рентгенологик тикшереү яһалғас ҡына осраҡлы табыла. Яман шешкә хас йүткереү, тын ҡыҫылыуы, күкрәк тирәһе ауыртыуы, ҡан менән йүткереү аҙаҡҡы стадияла ғына күренә. Шуға күрә ваҡытында һәм тулы күләмдә скрининг тикшереүҙәре үткәреү мөһим. Яман шеш үҫешендә төп сәбәп – тәмәке тартыу. Икенсе урында – һөнәри эшмәкәрлек менән бәйле факторҙар. Асбест, радон, винилхлорид, хром, нефть, күмер продукттары, шулай уҡ башҡа хәүефле химик матдәләр менән эшләү ваҡыт үтеү менән онкологияға килтереүе мөмкин. Тын алыу юлдарының хроник сирҙәре лә онкология сирҙәренә сәбә