Найти в Дзене

Аҡсам юҡ – тиһәгеҙ аҡсағыҙ булмаясаҡ...

Аҡсам юҡ – тиһәгеҙ аҡсағыҙ булмаясаҡ, аҡсам килеп етмәгән һ.б. тип әйтегеҙ. Китәм – тимәгеҙ, ҡайтам, барам, етеп барам һ.б, тип әйтегеҙ, киткәндәр – әхирәт донъяла ята. Ашап туйҙым – тимәгеҙ, башҡа тамағығыҙға аш бармауы бар, туҡландым, ашығыҙ тәнемә дауа бирһен, һб. Кешеләрҙе ҡарғамағыҙ – ҡарғыш насарлыҡҡа, күңелде ҡатыра, уҫаллыҡҡа, кешеһеҙлеккә килтерә. Күп һүҙ — һине ау урынына сырмай. Йомшаҡ, яғымлы, мөхәббәтле һүҙҙәр һөйләгеҙ, аурағыҙ нығыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ шат, йәнегеҙ тыныс булыр. Ауыр, нахаҡ һүҙҙәр — йөрәккә бысаҡ, уҡ, һөңгө булып ҡаҙала. Һүҙҙәр юлдарҙы яба, ҡайғыға һала. Һүҙҙәрҙең көсө —атомға тиң. Әсәй, Атайҙарға әйткән ауыр һүҙҙәр, беҙгә ауыр тормош бирә. Был донъяла берәүҙә бәхеттең ете күгендә булмай, әгәрҙә әйткән һүҙенән ғәфү үтенмәһә. Кешеләрҙең бәхетле тормошо - йөрәгендә урынлашҡан. Кешелек донъяһы — тәбиғәтте һаҡларға, татыу, мөхәббәтле йәшәргә, тәүфиҡле балалар үҫтерергә, иманлы булырға тейеш. Мин! тимәгеҙ, Аллаға Шөкөр, тип әйтегеҙ. (Зәкинә Ханым) Сығанаҡ һәм

Аҡсам юҡ – тиһәгеҙ аҡсағыҙ булмаясаҡ, аҡсам килеп етмәгән һ.б. тип әйтегеҙ. Китәм – тимәгеҙ, ҡайтам, барам, етеп барам һ.б, тип әйтегеҙ, киткәндәр – әхирәт донъяла ята. Ашап туйҙым – тимәгеҙ, башҡа тамағығыҙға аш бармауы бар, туҡландым, ашығыҙ тәнемә дауа бирһен, һб. Кешеләрҙе ҡарғамағыҙ – ҡарғыш насарлыҡҡа, күңелде ҡатыра, уҫаллыҡҡа, кешеһеҙлеккә килтерә. Күп һүҙ — һине ау урынына сырмай. Йомшаҡ, яғымлы, мөхәббәтле һүҙҙәр һөйләгеҙ, аурағыҙ нығыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ шат, йәнегеҙ тыныс булыр. Ауыр, нахаҡ һүҙҙәр — йөрәккә бысаҡ, уҡ, һөңгө булып ҡаҙала. Һүҙҙәр юлдарҙы яба, ҡайғыға һала. Һүҙҙәрҙең көсө —атомға тиң. Әсәй, Атайҙарға әйткән ауыр һүҙҙәр, беҙгә ауыр тормош бирә. Был донъяла берәүҙә бәхеттең ете күгендә булмай, әгәрҙә әйткән һүҙенән ғәфү үтенмәһә. Кешеләрҙең бәхетле тормошо - йөрәгендә урынлашҡан. Кешелек донъяһы — тәбиғәтте һаҡларға, татыу, мөхәббәтле йәшәргә, тәүфиҡле балалар үҫтерергә, иманлы булырға тейеш. Мин! тимәгеҙ, Аллаға Шөкөр, тип әйтегеҙ. (Зәкинә Ханым) Сығанаҡ һәм фото: "Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә" төркөмөнән.