Мосолмандарҙың иң ҙур байрамы – Ҡорбан ғәйете яҡынлаша. Билдәле булыуынса, ул өс көн дауам итәсәк. “Раббыбыҙҙың бойороғон үтә” “Ҡорбан” һүҙе яҡын булыу тигән төшөнсәне бирә. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, уға өлгәшергә ынтылыу. Ҡорбан салыуҙың тарихы бик тәрәндә ята. Мәғлүм ки, был ғәмәлде иң беренсе атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улдары Ҡабил менән Һабил атҡара. Тәүгеһе эште бар күңелен биреп, тырышып башҡарғанлыҡтан, ҡорбаны ҡабул була. Ихласлыҡ һалмаған Һабилдыҡы иһә киреһенсә килеп сыға. Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәшәгән осорға ла килеп тоташа. “Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, был баламды ҡорбан итеп салырмын”, – тип нәҙер әйтә пәйғәмбәр. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең төшөнә инеп, өс мәртәбә нәҙерен иҫенә төшөрә. Пәйғәмбәр улын ҡорбан итеп салыу өсөн әле халыҡ хаж ҡылған Минаға алып бара. “Эй, улым, – ти. – Мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен”. Исмәғил атаһына ҡаршы килмәй. “Аллаһтың бойороғон үтә”, – ти. Ләкин уны ҡорбан итеп салам тигәндә, бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһен ебәрә. Ошо мал ҡорбан итеп салына. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғибәҙәт дауам итә. Ниндәй төрҙәре бар? Ҡорбандың бер нисә төрө бар. Мәҫәлән, важиб тип аталғаны ғәйет мәлендә салына. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин. Бынан тыш, “Шул эште йырып сыҡһам, ҡорбан саласаҡмын” тип әйткәндәрҙе йыш ишетәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә алдында ошолай һүҙ биргәс, вәғәҙә үтәлергә тейеш. Был “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Ул, әйтелгәнсә, ниндәйҙер эш-ғәмәлдең хәйерле булыуына өмөтләнеп, барыһы ла һәйбәт тамамланһын, яҡшыға булһын тип теләгәндә салына. Тимәк, хәйер һымаҡ. Уны йыл әйләнәһенә салырға мөмкин. Иттең барлыҡ өлөшө ярҙамға мохтаждарға, ҡатмарлы хәлдә булғандарға, етемдәргә һәм башҡа ауырлыҡ кисергәндәргә бирелә. Өҫтәүенә “шөкөр ҡорбаны” була. Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә рәхмәт белдереү ғәмәле. Ҡорбанлыҡҡа килгәндә, айырым ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс-биш йәшлеге һайланырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә. Малды дөрөҫ һайла Борон, һәр кем үҙе күпләп мал тәрбиәләгән саҡта, бындай мәсьәлә бөтөнләй булмаған. Ә яңы быуат башында, мәғлүм ки, ҡорбанлыҡ өсөн һарыҡ табыу ҙур проблемаға әйләнде. Һуңғы йылдарҙа иһә, әл-хәмдү лил-ләһ, хәл яйға һалына башланы. Ҡорбанлыҡ өсөн мал аҫраған фермерҙар ҙа бар. Һарыҡ-кәзәне уларҙан да, ҡуй көткән бүтән кешеләрҙән дә һатып алырға мөмкин. Тик ҡорбанлыҡ уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш. Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. Мал салынғас, ите һәйбәт итеп һуйыла. Тиреһен хәйер итеп бирергә кәрәк. Ә инде ит, өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе – үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалдырыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алмағандарға, өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ ҡорбанлыҡтың бирелгән өлөшө менән риза булмаған кешеләр ҙә осрап ҡуя. Иттең ҡайһы ғына ере эләкһә лә, бер генә ҡабымы насип булған хәлдә лә, шөкөр итергә тейешбеҙ. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәр ниғмәтте риза булып ҡабул итеү зарур. Ә уларҙы һанап китһәк, осона сығыу мөмкин түгел. Ҡорбан итенән ауыҙ итеү ҙә – ошо иҫәптә. Әгәр ҙә был йәһәттән шөкөр итмәй башлаһаҡ, өлөштәрҙе бүлешһәк, Аллаһҡа ризаһыҙлыҡ белдереү тигән һүҙ була. Борон ҡорбанлыҡтың бөтөн өлөштәре лә эшкәртелгән. Бөгөн иһә ҡайһы саҡта әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: мәҫәлән, малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исраф ҡылыуға юл ҡуйырға ярамай. Булғанды әрәм итеү – гонаһ. * * * Быйыл Ғәрәфә көнө 27 июнгә (Зөлхизә айының 9-сы көнө) тура килә. Унда хаж ғәмәле үтәлә. Мосолмандар таҙарынып, пакланып, оло ғәйеткә әҙерләнә. 28 июнь иһә – Ҡорбан ғәйете. “Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” – тип бойоролған изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа изге ғәмәлде үтәгәндәр бермә-бер күбәйҙе. Был йәмғиәтебеҙҙең дингә яҡынайыуы, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуы хаҡында һөйләй. Хаҡ Тәғәләнең барлығына, берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдырған изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыуҙың ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта... Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡорбан салыу хаҡында хәҙистәре бихисап. Уларҙы уҡыу, өйрәнеү, белмәгәндәргә еткереү дөйөм үҫешкә ҙур бәрәкәт бирер. “Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”, – тип өйрәтә динебеҙ. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере аша эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар тағы ла артһын, илебеҙ имен, үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ татыу булһын, салған ҡорбандарыбыҙ өсөн Аллаһ Тәғәләнең сауабы насип итһен! Фото: islam.ru