Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аҡ халатлылар һәр заманда ла һынатмай

23 июндә Өфөлә Башҡортостан БашлығыРадий Хәбиров Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе републиканың табиптарын, шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, дәүләт наградаларын тапшырҙы. - Республика исеменән һеҙҙе Медицина хеҙмәткәре көнө менән ҡотлайым. Бөгөн залда табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар бар. Беҙҙең һаулыҡты хәстәрләгәнегеҙ, беҙҙе һаҡлағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Эшегеҙҙә һөнәри оҫталыҡ та, кешелек сифаттары ла сағыла. Һуңғы өс йылда Башҡортостан халҡы һәм медицина берләшмәһе бер-береһенә айырыуса ныҡ яҡынайҙы. Коронавирус инфекцияһы менән көрәштә ауыр һынауҙарға бирешмәнек. Һеҙ уны лайыҡлы үттегеҙ, - тине төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров үҙенең сығышында махсус хәрби операция менән бәйле ауырлыҡтар алдында ла медицина берләшмәһенең үҙен лайыҡлы тотоуын билдәләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.