Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс көн буйы республиканың төп телеканалында форумдың мөһим ваҡиғалары сағылдырыласаҡ

26 июндән 28-енә тиклем Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь Республикаһының X форумы үтә. Төрлө өлкәлә артабан да үҙ-ара хеҙмәттәшлекте тикшереү маҡсатында ике төбәк баш ҡалабыҙҙа осраша. Өс көн буйы республиканың төп телеканалында форумдың мөһим ваҡиғалары сағылдырыласаҡ. 26 июнь иртәнге сәғәт 7-нән 14.00-гә тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика ҡунаҡтарын ҡаршылай. Тура эфирҙа – эксперттар, форумда ҡатнашыусылар менән әңгәмә, мәҙәни ваҡиғаларҙың анонсы, ғәҙәти булмаған ҡунаҡтар, Башҡортостан белорустары тураһында тапшырыуҙар. Шулай уҡ форум үткән көндәрҙә Беларусь Республикаһы тураһында “Башҡорт каникулдары” трэвел-шоуҙың махсус сығарылыш премьераһы була. 27 июнь сәғәт көндөҙгө 11-ҙә Рәсәй һәм Беларустың Сауҙа-сәнәғәт палаталары кәңәшмәһенең тура трансляцияһын ҡарай алаһығыҙ. 16.00-дә - БЮТ-та тура эфирҙа ике төбәк вәкилдәре ҡатнашлығында гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендә артабан үҫеш темаһына түңәрәк өҫтәл. 28 июнь 12.30-ҙа телеканал ҡараусылар “Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре диалогына - ун йыл: йомғаҡтар һәм перспективалар” темаһына пленар кәңәшмә ҡарай ала. Форумдың өс көнөндә лә киске эфирҙар “Евразия йөрәге” традицион фестиваленә арнала. Сараның махсус ҡунаҡтары - Рәсәй һәм Беларустың атҡаҙанған һәм халыҡ коллективтары, Лариса Долина, Петр Дранга, Таисия Повалий, Дмитрий Харатьян һәм башҡалар. Фото:yanzori.com