Найти в Дзене

Үҙ эшен асыусыларҙың эше көйлө

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдерҙе: - Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 134,1 мең кешегә етте, был үткән йыл менән сағыштырғанда 2,8 процентҡа күберәк. Волга буйы федераль округында беҙ - 2-се, Рәсәйҙә 10-сы урындабыҙ. Был иһә - “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе, шулай уҡ республикаға бизнестың ышанысы ла. Үҙмәшғүлдәр һаны ла ла беҙҙә артты – 148, 2 меңгә тиклем етте, был иһә былтырғынан 18,1 процентҡа юғарыраҡ. Был иһә республика ҡаҙнаһына өҫтәмә аҡса йәлеп итергә лә булышлыҡ итте. Биш ай эсендә һалым керемдәре 8 миллиард һум тәшкил итте, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был 17,4 процентҡа күберәк. Милли проект арҡаһында бизнесҡа ярҙам итеү өсөн беҙҙә уңайлы инфраструктура булдырылған. “Минең бизнесым” үҙәгенең 12 офисы эшләй, улар 100 төр хеҙмәттәр күрһәтә: мәғлүмәт-консультация, белем биреү һәм башҡалар. “Берҙәм тәҙрә” форматында быйыл үҙәк консультанттары 3378 хеҙмәт күрһәтте. Бизнес -шәрифтәр биш ай эсендә 1699 проект ҡараны, инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 54,3 миллиард һум тәшкил итә, 1,6 мең яңы эш урындары булдырылды, - тиелә яҙмала Фото: Башинформ.