Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Арғымағын ярты миллион һумға ла бирмәгән

Ауырғазы районының Торомбәт ауылында йәшәгән Руся Рәсәй көнөндә тыуған икән, шуға уның ҡушаматы ла шундай. Алма-сыбар ат тураһында Вилнур Ғәлимов бала саҡтан хыяллана. Ҡайҙалыр ошондай атты күреп ҡалып, гел маҡсатына ынтыла егет. Ауырғазы районының Уҫман-Таштамаҡ ауыл советында күреп ҡала. Шунда уҡ хужаларын табып, атты һатыуҙарын үтенә, тик уның үтенесен кире ҡағалар. Бер аҙ ваҡыт үткәс, улар Вилнурға үҙҙәре шылтырата ла, атты һатырға әҙер булыуҙарын белдерә. Уның ҡыуанысының сиге булмай. Әле Русяға һигеҙ йәш. Һабантуйҙар, башҡа бәйгеләрҙә гел алдынғы ул. Көслө, сыҙамлы, аҡыллы ат. Хужаһын тоғро мөхәббәт менән ярата. Былтыр район һабантуйында тәүгә үткәрелгән “Ылаҡ” милли уйынында ҡатнашалар. Ат һәм хужаның бер-береһен аңлап эш итеүе арҡаһында, уларҙың командаһы беренсе урын яулай. Былтыр Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнашалар. Ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ командалары менән аралашып, байтаҡ тәжрибә туплап ҡайталар. Ошо байрамда Ҡаҙағстан егете Вилнур менән Русяның артынан ҡалмай, атты 500 мең һумға һатып алырға әҙер булыуын белдерә. Әммә Вилнур риза булмай. “Дуҫтар һатылмай”, - ти ул. Ысынлап та Русяның төҫө бик матур. Үҙенсәлекле төҫ булғанға, ҡасандыр уның әсәһен Һарытау циркына ла һатып алғандар икән. Ә һеҙҙең мал йәнле дуҫтарығыҙ бармы? Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Аургазинский вестник” гәзите.