Найти в Дзене

Башҡортостан Венгрияла Халыҡ-ара театр олимпиадаһында Рәсәй исеменән сығыш яһай

Башҡорт режиссеры Айрат Абушахмановтың “Джут” (“Һуңғы йәйләү”) спектаклен Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта үткән халыҡ-ара театр олимпиадаһында күрһәтәләр. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры – фестиваль программаһына индерелгән берҙән-бер Рәсәй әҫәре. Бындай ҡарар Рәсәй Милли театрҙар ассоциацияһы советы рәйесе, халыҡ-ара театр олимпиадаһы комитеты ағзаһы, актер Валерий Фокин ярҙамында ҡабул ителде. – Республикала театр мәҙәниәте кимәле бик юғары, тап Башҡорт драма театры олимпиадала Рәсәй исеменән сығыш яһау өсөн һайланды, – тип билдәләне Валерий Фокин Республика Башлығы Радий Хәбировҡа яҙған хатында. – Башҡортостан коллективының бындай статуслы форумда ҡатнашыуы сит илдәрҙә Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтәсәк. “Джут” Ҡаҙаҡ сығышлы Рәсәй драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса ҡуйылған драма спектакле Ҡаҙағстанда 1930 йылдарҙағы аслыҡ тарихы тураһында бәйән итә. Постановканың премьераһы 2015 йылдың 16 октябрендә булды.