Бөгөн баш ҡаланың ете майҙанында медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин уларға дәүләт наградалары тапшырҙы. “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһен һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исемен тармаҡтың 40 хеҙмәткәре алды. Бергәләп фотоға төшкәндән һуң улар “Башҡортостан” дәүләт концерт залына байрам тамашаһына йүнәлде. Наградланғандар араһында Белорет үҙәк район дауаханаһының балалар кардиологы Әнисә Засова ла бар. “Награда минең өсөн бик күңелле ваҡиға булды, көтмәгәйнем. Медицина институтына һис икеләнеүһеҙ уҡырға индем, бер көн дә үкенгәнем юҡ”, – ти табип. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хеҙмәттәштәрен профессиональ байрамдары менән ҡотлап, былай тип белдерҙе: – Бөгөн беҙҙең һөнәри байрам – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө. Был көндә беҙ тәүлек әйләнәһенә граждандарҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн ныҡышмалы көрәшкән аҡ халаттарҙағы ысын геройҙарҙы тәбрикләйбеҙ. Беҙҙең өсөн Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө
"Награда алыу минең өсөн бик күңелле ваҡиға булды, һис көтмәгәйнем..."
23 июня 202323 июн 2023
1 мин