Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Медучреждениеларға яңы автомобилдәр!

23 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дауалау учреждениеларына аҙ мобилле пациенттарҙы йөрөтөү, күсмә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 56 яңы еңел автомобиль тапшырҙы. Транспорт асҡыстарын тапшырыу тантанаһы 18 июндә билдәләнгән Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды. -Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе үткән Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлауҙың матди базаһын нығытыу буйынса ҙур берҙәм эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ, - тине Радий Хәбиров Үҙебеҙҙең илдә етештерелгән LADA Niva Travel яңы техникаһы Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын модернизациялау төбәк программаһы буйынса алынды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли прокты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Машиналар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән, шул иҫәптән ҡатмарлы юл шарттарында йөрөүгә махсуслашҡан.Улар һауа торошон контролләү өсөн компьютер менән дә йыһазландырылған. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.