Найти тему
Башҡортостан гәзите

Айыуҙар өсөн һоло сәсәләр

Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт парктарында, заказниктарҙа хайуандарҙы, ҡоштарҙы һаҡлау буйынса ҙур эш алып бара. Мәҫәлән, “Ҡарлыхан” заказнигында әлеге ваҡытта бер гектар майҙанда һоло сәсеү эше тамамланған. Көҙөн был урын урман хужаларына ҡышҡылыҡҡа әҙерләнер өсөн ашхана буласаҡ. Йоҡоға китер алдынан айыуҙарға май йыйыр кәрәк. Тап шул май арҡаһында улар ҡышты тыныс үткәрә, инә айыуҙар балаларын имеҙә. Һоло ашап, улар етәрлек май запасы йыя. Һолонан тыш, айыуҙар еләк, сәтләүек, тамырҙар, ҡырмыҫҡа иләүен, балыҡ ашай. Аҙыҡ запасы етәрлек булмаһа, айыу ҡышын һәләк була. Бер айыу сәғәтенә 5-6 килограмм һолоно ашап бөтөрә ала. Тайыштабандар йәш һолоно ярата, унда шәкәр күберәк. Шуға ла сәсеү эше һуң башҡарыла. Видеолағы айыу менән балаларын Ишембай районының Верхотор ауылы эргәһендә төшөрөп алғандар. Инә айыу өсөн өс айыу балаһын үҫтереп алыу батырлыҡ, ти белгестәр! Фото Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан алынды.