Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына Медицина хеҙмәткәрҙеренең һөнәри байрамына арналған тантаналы йыйылышҡа килгән хеҙмәткәрҙәрҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡотланы. – Бөгөн беҙ һөнәри байрамыбыҙҙы республика кимәлендә билдәләйбеҙ. Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә уларҙың юғары профессионаллеге һәм эштәренә тоғролоғо, кешеләргә ярҙам итергә теләге һәм белеме өсөн ихлас рәхмәтемде һәм хөрмәтемде белдерергә теләйем. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары һәр көн етди һынауҙар менән осраша, экстремаль шарттарҙа эшләй, башҡа кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн үҙҙәренең сәләмәтлеге һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Һеҙ һәр саҡ юғары кимәлдә булһын һәм пациенттарғыҙға иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ярҙам итә алһын өсөн барығыҙға ла хеҙмәт уңыштары, ныҡлыҡ, көс һәм сәләмәтлек теләйбеҙ. Һеҙҙең белемегеҙ, оҫталығығыҙ һәм тәжрибәгеҙ был донъяны яҡтыраҡ һәм сәләмәтерәк итһен. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Бәхетле булығыҙ һәм ғорурланығыҙ – һеҙ заманыбыҙҙың геройҙары!– тине Максим Забелин. Табиптарҙы байрамдары менән шулай уҡ “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡотланы. – Бөгөн минең бик яуаплы бурысым бар. “Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе” проекты һәм беҙҙең команда тәү тапҡыр табиптарҙы йәмәғәт премияһы менән бүләкләй. Киләсәктә ул йыл һайын тапшырыласаҡ, – тип белдерҙе ул. Каринэ Хәбирова ”Бәхет һиндә” йәмәғәт премияһын ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Феликс Фәрхетдиновҡа һәм Республика клиник онкология диспансеры онкологы Алексей Пушкаревҡа тапшырҙы. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.