Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә ҙур йәрминкә эш башланы

23 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “ПрофФест. Рәсәй эше. Мөмкинлек ваҡыты” беренсе Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенең федераль этабын асылыу тантанаһында ҡатнашты. Уны “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторҙолар. Төбәк форумдары бөтә ил буйынса уҙҙы ла инде, унда 420 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә Башҡортостан - тәҡдим ителгән вакансиялар һаны буйынса лидерҙар рәтенә сыҡҡан, 7,3 меңдән ашыу эш урыны. Федераль этапта ҡатнашыуға 800-гә яҡын эш биреүсе заявка бирҙе, улар 8 мең вакансия тәҡдим итте. Ә алыҫтағы ҡала һәм райондарҙа йәшәүселәр өсөн онлайн-әңгәмәләшеүҙәр ойошторолдо. Йәрминкәне асыу тантанаһында республика Башлығы ҡатнашыусыларға Башҡортостан предприятиеларында профессиональ карьераны үҫтереү өсөн яңы эшлекле бәйләнештәр табыуҙарын теләне. – Бөгөн был майҙанда йәштәр күп. Уҡыуҙы тамамлаған балаларға үҙ тормошонда төп һайлауҙарҙың береһен башҡарырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан – төрлө өлкәләрҙә лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә мөмкин булған төбәк. Әгәр хеҙмәт баҙары тураһында һүҙ алып барғанда, эшһеҙлек кимәленең рекордлы түбән булыуына өлгәштек. Шуға күрә тәү сиратта йәш белгестәргә мөрәжәғәт итәм - бөгөн республикабыҙ хаҡында күберәк белергә һәм эшкә урынлашыу тураһында дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә теләйем. Төбәк етәксеһе Башҡортостан предприятиелары вәкилдәрен сәләмләне һәм компанияларға хеҙмәт ресурстары өсөн конкурентлы көрәштә уңыштар теләне. Йәрминкәне асыу сиктәрендә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәғариф министрлығы, төбәктең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы һәм “Рәсәй студент отрядтары” дөйөм Рәсәй йәштәр йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ талап ителгән һөнәрҙәр буйынса кадрҙар әҙерләү һәм уларҙы артабан эшкә урынлаштырыу өлкәһендә үҙ-ара эш итеүгә йүнәлтелгән. Йәрминкәне асҡандан һуң Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашҡан ойошмаларҙың экспозициялары менән танышты. Үҙенең стендтарын бында бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары, шулай уҡ ҙур компаниялар – “Газпром”, “Башнефть”, “Благовещен арматура заводы”, “БЭСК” һәм башҡалар тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе колледж вәкилдәре һәм эш биреүселәр менән буласаҡ хеҙмәткәрҙәргә ниндәй хеҙмәт шарттары һәм эш хаҡы кимәле тәҡдим ителеүен тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы йәйгеһен студент төҙөлөш отрядтарында эшләгән йәштәр менән дә аралашты. Улар, быны теге йәки был һөнәрҙе үҙләштереү практикаһында яҡшы мөмкинлек, тип билдәләне. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аңлатыуынса, эш тураһында тәҡдимдәрҙән тыш, йәрминкә ҡунаҡтары психологтарҙан консультация ала, эш биреүселәрҙән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, “Карьера уңышы тарихы” сиктәрендә республиканың билдәле кешеләренең сығыштарын тыңлай, махсус техника экспозицияларын һәм эшсе һөнәрҙәренең симуляторҙарын ҡарай ала. – Предприятиелар, төбәктәр араһында хеҙмәт ресурстары өсөн конкуренция арта. Улар етешмәй, сөнки беҙ иҡтисадты, сәнәғәтте, ауыл хужалығын үҫтереү өсөн яҡшы темптар йыйҙыҡ. Шуға күрә беҙҙә эшһеҙлек кимәле бик түбән. Ул Рәсәйгә ҡарағанда күпкә түбәнерәк. Тимәк беҙ һәр кеше өсөн көрәшергә тейешбеҙ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Предприятиелар уңайлы хеҙмәт шарттарын, яҡшы эш хаҡын тәьмин итергә тейеш. Һәм, әлбиттә, төбәк кимәлендә уңайлы мөхит булдырыу, төҙөкләндереү бик мөһим. Был бик күп планлы эш. Төбәк етәксеһе йәштәр мөхитендә эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыуҙы ла билдәләне. – Беҙ йәштәрҙең фекерләүен дөрөҫ йүнәлештә үҙгәртә башланыҡ. Элегерәк һин заводта эшсе булһаң, һин – уңышһыҙ кеше ине. Ә хәҙер ул ныҡлы, яҡшы, абруйлы һөнәр, – тине Радий Хәбиров. – Бер үк ваҡытта колледждарыбыҙҙы үҫтерәбеҙ. Уларҙан һуң бик күп балалар бөгөн яҡшы белем ала, һуңынан беҙҙең алдынғы предприятиеларға килә. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.