Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә Мәшғүллек үҙәгенең бер ғаиләгә нисек ярҙам итеүе тураһында һөйләгән. Нефтекамала йәшәгән Иван Охотников белеме буйынса төҙөүсе, әммә ҡатыны Екатерина менән оҙаҡ ваҡыт банкта эшләйҙәр һәм бер ваҡыт ҡыҫҡартыуға эләгәләр. Ҡатыны груминг йүнәлешен һайлай, ир таксиҙа эшләй. Екатерина тәүҙә “йомшаҡай” клиенттарын өйҙә ҡабул итә, ә йыл ярым элек “Хвостун” салонын асалар. Ғаиләһенең ишәйәсәген белгәс, Иван бизнесты ғаилә бизнесына әйләндерергә ваҡыт еткәнен аңлай. Мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында яңы һөнәр һәм аҡса алыу мөмкинлеге хаҡында белешә. 2023 йылда Нефтекама Мәшғүллек үҙәгенән социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам ала. Уға бизнес-план төҙөргә ярҙам итәләр, проект хупланғас, программа буйынса 350 мең һум аҡса түләйҙәр. Өҫтәүенә грумер һөнәренә уҡыуға 30 мең һум аҡса ала. Хәҙер ғаилә хеҙмәттәрен социаль селтәрҙәр аша рекламалай. 2023 йыл башынан Башҡортостанда 2252 социаль контракт төҙөлдө һәм 316,7 миллион һум аҡса түләнде. Һөҙөмтәлә 580 эшҡыуар үҙ бизнесын асты, 511 кеше шәхси хужалығын булдырҙы, 688 кеше эш эҙләү барышында финанс ярҙамы алды. Аҙ килемле ғаиләләрҙең шәхси эш асыуға, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын киңәйтеүгә йәки эш эҙләүҙә ярҙам күрһәтеүгә социаль контракт төҙөү һәм финанс ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Фото: VK.com