Өфө ҡалаһының Совет майҙанында – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле янында – махсус хәрби операцияға сираттағы яугирҙәрҙе оҙаттылар. – Бөгөн хәрби әҙерлек урынына һалдаттарыбыҙ юллана, улар – һөжүмсе, уҡсылар һәм разведка роталары, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Шулай итеп, төп Башҡортостан полкын туплау тамамланды. Шуныһы, ошо өс рота батыр яҡташтарыбыҙ исемен йөрөтә. Уларға Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен аямаған Ғизи Заһитов, Вафа Әхмәҙуллин һәм Әхәт Әхмәтйәновтың исемдәре бирелгән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, бынан тыш уларҙың ғаиләләренә лә даими ярҙам күрһәтелә. Радий Хәбиров яҡташ һалдаттарыбыҙға тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Әлмира Әхмәтйәнова һөйләүенсә, әле юғары күтәрелгән Байраҡ уның өсөн ныҡ ҡәҙерле. Сөнки унда атаһының – Әхәт Әбделхай улының фотоһы бар. Ҡәҙерлеһе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, снайпер булған. Өлкән сержант итеп үрләтеүҙәре күпте һөйләй. Мәсетле р