Найти тему
Башҡортостан гәзите

Университет хеҙмәткәрҙәре эш һөҙөмтәһе менән таныштырҙы

Өфө фән һәм технологиялар университетының Нейрокогнитив геномика лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Нейрокогнитив геномика лабораторияһы Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Q-паркы бинаһында барлыҡҡа киләсәк. Әлеге ваҡытта ғалимдар мегагрантҡа ярашлы молекуляр-генетик һәм социаль-демографик маркерҙарҙы анализлау менән шөғөлләнә. “Стресс һәм тәртип” тип аталған нейрофәндәр һәм биологик психиатрия буйынса йыл һайын үткәрелеүсе халыҡ-ара 29-сы конференцияла, “Заман психологияһында фәнни тикшеренеүҙәр: проблемалар, ҡаҙаныштар, инновациялар” ғилми-ғәмәли конференцияһында, “ Трансдисциплинар киңлектә нейропсихиатрия” Бөтә Рәсәй конгресында, шулай уҡ семинарҙарҙа лаборатория хеҙмәткәрҙәре башҡарған эш һөҙөмтәһе тураһында һөйләне. Конференциялар Рәсәйҙән тыш, Әрмәнстанда һәм Үзбәкстанда үтте. Тикшеренеүселәр геном профиленең студенттарҙа интеллект формалашыуы менән бәйлелеге тураһында һөйләне, уҡыу профиленә бәйле, белем алыуҙа уңышҡа өлгәшеү айырмаһын күрһәтте. – Беҙ алған һөҙөмтәләр молекуляр-генетик процестарҙы аңлауға яҡынайырға ярҙам итә. Танылған гендарҙың структура үҙенсәлектәрен асыҡлау коронавирус инфекцияһынан һуң хәтер һәм иғтибар менән бәйле тыуған проблемаларҙың үҫеш хәүефен билдәләүсе тест-системалар эшләргә мөмкинлек бирәсәк, – тине Өфө фән һәм технологиялар университетының биология фәндәре кандидаты Анастасия Казанцева. Фото:https://pravitelstvorb.ru/news/21230/