Найти тему
Башҡортостан гәзите

Медициналағы һуңғы ҡаҙаныштар ҡулланылған

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһына яңы ҡорамал – пациенттарҙың физиологик күрһәткестәренең мониторинг системаһы алынды. Физиологик күрһәткестәр мониторингы системаһы йөрәктең биоэлектрик потенциалдарын, тын алыу йышлығын, тән температураһын, сатурацияны, пульс йышлығын үлсәү һәм монитор экранында электрокардиограмманы, пациенттың хәл-торошон күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Хәл-торошто үлсәү параметрҙары билдәләнгән сиктәрҙе үткәндә, ҡорамал хәүефле хәбәр ебәрә. – Был универсаль модулле монитор пациенттың хәлен күҙәтә, тупланған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм дауалау процесын үҙгәртеү өсөн ҡулланыла. Унда медициналағы һуңғы ҡаҙаныштар – төрлө аппарат һәм программа технологиялары файҙаланылған, – ти дауахананың баш табибы Илшат Яппаров. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.