Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк (автоклуб) эшмәкәрлеге сиктәрендә “Кәкүк сәйе-2023” район башҡорт халыҡ йола байрамы уҙҙы. Автоклуб белгестәре быуаттар төпкөлөнән килгән байрамды бик күңелле итеп үткәрҙе. Сараның төп өлөшө башланғанға тиклем башҡорт биҙәген эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы, унда ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән традицион башҡорт биҙәктәре менән матур түшелдерек биҙәй алды. Шулай уҡ теләүселәр тәмле, үҙенсәлекле алым менән бешерелгән үлән сәйен тәмләп ҡарай алды. Һәм бына күптән көтөлгән ваҡиға – байрам тамашаһы башланды. Артистар изге һүҙҙәр менән Йәйҙе ҡаршы алды. Ҡайынға ҡунған кәкүктәргә ҡыуандылар, байрамда ҡатнашыусылар, теләктәр теләп, ағасҡа таҫмалар бәйләне. Башҡорттоң традицион уйыны “Үгеҙ йөҙөк”тө уйнанылар. Сара Стәрлетамаҡ районы мәҙәниәт-ял учреждениелары коллективтары һәм солистары әҙерләгән бай концерт программаһы менән оҙатып барылды. Стәрлетамаҡ районында ата-бабаларыбыҙҙың мираҫын һаҡлауҙы хәҙерге замандың мөһим өл