Найти тему
Башҡортостан гәзите

21 июндән 22-һенә ҡарай төндә...

Йыл һайын 21 июндән 22-һенә ҡарай төндә уҙғарылған “Хәтер шәме” Бөтә Рәсәй акцияһында “Ватанды Һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының командаһы социаль координаторҙар менән ҡатнашты. – Бөгөн бөтә республикала Хәтер Һәм ҡайғы көнөндә меңәрләгән шәм тоҡандырылды. Тап ошо көндә 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Өфөнөң “Еңеү” паркындағы акция иң ҙур сара булды. Унда ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы, ирекмәндәр, йәштәр хәрәкәте вәкилдәре ҡатнашты. 5000 шәмдән 500-ҙән ашыу кеше Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың портретын һынландырып, шәм ҡуйҙы. Һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Халҡыбыҙҙың батырлығын, рух көсөн һәм илгә ышанысын мәңге иҫтә тотасаҡбыҙ, – тип уртаҡлашты “Ватанды Һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина. Фото: vk.com.