Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рөстәм Нәбиев аяҡһыҙ бабайға ярҙам иткән

Билдәле блогер, яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев бер видеояҙмаға иғтибар итә. Ундағы 85 йәшлек бер аяҡһыҙ бабайҙың ябай коляскала йөрөргә мәжбүр булыуын күрә. Комментарийҙарҙа "әйҙәгеҙ уға пульт менән идара ителгән коляска алып бирәйек" тигән тәҡдимде уҡый. - Фаяз бабай мине төшөнкөлөккә бирелмәүе, көләкәс булыуы менән арбаны. Уға ярҙам иткем килде. Бер аҙнанан Мәскәүҙән заманса коляска килеп тә етте. Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһына уны үҙ ҡулым менән тапшырырға теләп юлға сыҡтым", - тип һөйләй Рөстәм. Видео һәм фотоларҙан күренеүенсә, Фаяз бабай бүләккә бик шат, коляскаға идара итергә лә тиҙ өйрәнгән. Афарин, Рөстәм! Сауабы ҡайтһын! Фото: tatar-inform.ru