Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы: “Бөгөн республикала Максим Гаврилов, беренсе булып, Өфөнөң М. Ғөбәйҙуллин урамындағы 6-сы йортта урынлашҡан Күп функциялы үҙәк офисына донорҙар өсөн бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләүҙе алыу өсөн мөрәжәғәт итте. Максим Владимирович 2007 йылдан алып 138 тапҡыр бушлай ҡан тапшырған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә 100-ҙән ашыу ҡан йәки уның компоненттарын тапшырған республика кешеһе “Минең документтарым” Күп функциялы үҙәгенең һәр офисында биш мең һум күләмендәге түләүҙе рәсмиләштерә ала. Хеҙмәтте рәсмиләштереү өсөн шәхесте раҫлаусы документ, ҡан хеҙмәте ойошмаһынан белешмә һәм банк реквизиттары кәрәк. Аҡса банк картаһы иҫәбенә йәки почта аша ун көн эсендә күсерелә. Ҡан тапшырыусыларға бер тапҡыр түләнә торған аҡсаны биреү мәсьәләһе быйыл майҙа Хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡаралғайны. Аҡсаны биреү тәртибе талаптарына ярашлы, донор 2023 йылдың 13 февраленән һуң 101-се тапҡыр ҡан тапшырырға тейеш. Республикала ошондай 154 донор бар. Донорлыҡ – изге һәм мөһим ғәмәл. Донор ҡаны һәм уның компоненттары республикала йәшәүселәр, яраланған яугирҙәр һәм ҡайһы бер дарыуҙарҙы етештереү өсөн кәрәк. Башҡортостанда донорлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса эште дауам итәсәкбеҙ”. Фото, сығанаҡ: vk.com/agnazarov