Иглиндең контракт төҙөгән бер төркөм егеттәрен яҡташтары, район хакимиәте, район советы, хәрби комиссариат етәкселәре оҙатырға килде. ”Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙе яҡлау һәм ярҙам итеү буйынса яуаплылыҡты өҫтөбөҙгә алабыҙ. Һеҙҙән килгән ҡыҫҡа ғына хәбәр ҙә яҡындарығыҙҙың һәм беҙҙең йөрәктәребеҙҙе шатландырыр, беҙ һеҙҙең хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ”,– тине район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова. Тормош иптәшен оҙатҡан Зилә әйтеүенсә, ғаиләлә ике бала үҫә, ҡыҙына бер йәш кенә. Ҡатын әлегә үҙенең артабан нисек ирһеҙ йәшәйәсәген күҙ алдына килтермәй, әммә уның ҡарарын ҡабул иткән. “Мин бармаһам, кем барыр?"– тине ирем, шулай булғас, нисек мин уның был аҙымын хупламайым, ти? Ул бит илебеҙҙе, тимәк, үҙенең ғаиләһен дә һаҡларға бара”,– ти Зилә. “Минең аҙымым уйланған, хәл итер өсөн ваҡыт етерлек булды,– ти икенсе бер хәрби Азат. – Йәш кенә тәжрибәһеҙ егеттәрҙең алғы һыҙыҡҡа инеүен күҙәтеп ятыу минең кеүек сыныҡҡан, тәжрибәле яугир