Иртәгә һине нимә көткәне билдәһеҙ, тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр инде. Стәрлебаш районының Айтуған ауылы халҡын да июндең иртәһе шаҡ ҡатырған. Хужабикә баҡсаға сыҡһа, бөтөн үҫемлектәр, йәшелсә-емеш боҙ булып туңып ултырған. – Бөтөн әйберҙәр ҙә туңды, кәбеҫтәләр шаҡырлап тора. Ай, Аллаҡайым, сәскәләрем вис ятҡан. Ҡарағыҙ әле, ҡара, быяла булып ҡатҡан! Эй Аллаҡайым, әрәм генә булдығыҙ, ниндәй матур инегеҙ, сәскә атҡас. Терелмәҫтәр инде. Укроп боҙҙа ултыра... – тип хужабикә һәләк булған баҡсаһын видеояҙмаға төшөрөп һалған. Ысынлап та, был әкиәт түгел, ә июндә булған хәл. Быйыл яҙ иртә килде, көндәр ваҡытынан алда саманан тыш йылытты, хәҙер шуның эҙемтәһен күрәбеҙ инде. Шуға ла һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тиҙәр халыҡта. Фото: скриншот. Видеояҙма: WhatsApp