Найти тему
Башҡортостан гәзите

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшлекле иртәнге аш үтте

Ошо арала БДПУ-ның экстремизм һәм терроризм идеологияһына ҡаршы Координацион үҙәге республиканың социаль-мәҙәни мөхитендә йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү һәм йәш йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү темаһына эшлекле иртәнге аш ойошторҙо. Йәштәр көнө алдынан уҙғарылған был сарала университеттың ректоры Салауат Сәғитов, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук, фән һәм мәғариф министрының урынбаҫары Инесса Косолапова һәм төрлө йәштәр берләшмәләренең, ойошмаларының етәкселәре ҡатнашты. Ултырышта ҡатнашыусыларҙың төп маҡсаты бөгөнгө көндә булған йәмәғәт берләшмәләре һәм төрлө социаль институттарҙың йәш быуынды илһөйәрлек йүнәлешендә тәрбиәләүҙәре хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеп тәжрибә уртаҡлашыу булды. Осрашыуҙы асып, ректор Салауат Сәғитов, университетта йәштәрҙе тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып: – Беҙҙең студенттар иртәгә мәктәптәргә эшкә барасаҡ. Беҙ уларҙы бөгөн нимәгә өйрәтәбеҙ – улар ҙа уҡыусыларына шуны өйрәтәсәк. Шуның өсөн беҙҙең педагогия университетында йәштәр тәрбиәһенә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленә. Быйылғы йылда Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте менән тәрбиәүи эштәрҙәге советниктар һәм йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара булышлыҡ итеү буйынса 120 студентты уҡыттыҡ. Уларҙың беҙҙең республика мәктәптәренә кәрәкле һөнәрмәндәр булыуына ышанам. Бөгөн, Йәштәр көнө алдынан, төрлө юғары уҡыу йорттары һәм йәштәр ойошмалары менән үҙ-ара бәйләнеш тотоу тураһында әңгәмәләшке килә, сөнки беҙҙең илебеҙҙең мәнфәғәтенә йүнәлтелгән барлыҡ йүнәлештәр ҙә илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер өлөшө булып тора, – тип белдерҙе. Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук, ойошторолған сара өсөн Салауат Тәлғәт улына рәхмәттәрен еткереп, йәштәр сәйәсәтенең: инфраструктура, кадрҙар һәм эштең мәғәнәүи яғына баҫым яһалған өс йүнәлеше бар, тип белдерҙе. Әңгәмә барышында йәмәғәт эштәрен системаға һалып, план буйынса эшләнеше тураһында һорау ҡабат-ҡабат күтәрелде. Был тәңгәлдә, үҙенең сығышында мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова ла баҫым яһаны. “Көҙгөлөк, яңы уҡыу йылы башында, башланасаҡ йәмәғәт саралары өсөн эштәрҙе бөгөн үк планлаштырырға кәрәк”, – тип белдерҙе ул. Ә инде Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлеге рәйесе Рәнис Хәсәнов: “Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү - беҙҙең төп бурысыбыҙ, ә инде БДПУ үҙендә беҙҙең хәрәкәттең бүлеген асыусы беренсе юғары уҡыу йорто һанала”, – тине. Тағы ла был ултырышта, Башҡорт асыҡ КВН лигаһының кубогына уйындар үткәреү һәм йәмәғәт ойошмаларына төрлө шөғөл менән ҡыҙыҡһынған йәштәрҙең мауығыуҙарын дөрөҫ итеп ойошторорға тигән фекерҙәр яңғыраны. Эшлекле иртәнге аштың ҡатнашыусылары ултырышҡа һығымта яһап, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизованың, киләсәктә ойоштороласаҡ сараларҙың, төрлө йәштәр берләшмәләренең илһөйәрлеккә йүнәлтелгән проекттарының комплекслы планын эшләргә, тигән тәҡдимен хуплап таралышты. Фотолар: М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтенән.