22 июндә алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт – Йыйылышының депутаттары яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышында “Республикала күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы законға үҙгәрештәрҙе ҡабул итте, ул яңы ташламалар индереү тураһында. – Яңы йылдан күп балалы ғаиләләрҙә яңы ташлама барлыҡҡа киләсәк. Әгәр күп балалы ғаиләләге бала түләүле мәктәптә уҡыһа йәки уның колледжда һәм юғары уҡыу йортонда уҡыуы түләүле булһа, республика бөтә уҡыу йылы өсөн түләүле белем биреүгә сығымдарҙың яртыһын бюджеттан ҡаплаясаҡ, әммә 30 мең һумдан артмаған суммала. Был льгота көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемгеләргә ҡағыла, – тип аңлатты республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың йомғаҡлау пленар ултырышын парламент Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Сараның көн тәртибенә 60-тан ашыу һорау ҡарауға сығарылды. Шул иҫәптән “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы,
Күп балалы ғаиләләр түләүле уҡыған өсөн ташлама аласаҡ
22 июня 202322 июн 2023
1 мин