Бөгөн төндә ғәскәри имам-ахун Хәмзә хәҙрәт үҙ сәхифәһендә мосолман ҡәрҙәштәргә мөрәжәғәт ҡалдырған: "Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ, мосолман ҡәрҙәштәр! Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса, 28 июндә, ин шә Аллаһ, бөтә донъя мосолмандары "Ғәид әл әдха" ҡорбан байрамын үткәрәсәк. Шулай уҡ бҽҙ ҙә, яугирҙәребеҙ мҽнән бҽргә, бәләкәй Ватаныбыҙ Башҡортостандан ситтә, махсус хәрби операцияла булһаҡ та, олуғ байрамыбыҙҙы үткәрҽргә ниәт ҡылдыҡ. Әммә ул яҡта ҡорбанлыҡ һарыҡ малын табыуы ауырыраҡ. Шуның өсөн дә, хөрмәтлҽ ватандаштар, һҽҙгә мөрәжәғәт итәм. Бөтә ил мҽнән күмәкләшҽп ҡорбанлыҡҡа 15 йә 20 баш һарыҡ табып алып килһәгҽҙ йә гуманитар ылау менән ҽбәрһәгҽҙ, сауап булыр. Амин. Әйтҽп китәйҽм, юлға тәүлҽк ярым ваҡыт китә, Өфө - Луганск араһы 1800 километр. Башҡортостандан бҽр нисә доброволҽцтар батальоны һәм мобилизацияланғандар полктарында ир-егҽттәрҽбҽҙ хәҙҽргҽ көндә яу яланында хәрби хеҙмәттә. Шуларҙың яртыһы мосолман булғанда ла, 15 һарыҡ күп тә түгҽл һымаҡ. Яуҙар туҡталып, йорт-ил тынысланып, һалдаттарыбыҙ имҽн-һау өйҙәрҽнә әйләнҽп ҡайтһын. Амин. Изгҽ доғалар үә тҽләктәр мҽнән ғәскәри имам-ахун Хәмзә хәҙрәт". Фото: Хәмзә Хафизов.