Бөгөн Өфөлә уҙғарылған көрсөккә ҡаршы хакатонда Башҡортостандан 100-ҙән ашыу милексе һәм предприятие етәкселәре ҡатнаша. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был сара “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ( национальный проект «Производительность труда») сиктәрендә уҙғарыла. - Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһының был сараны үткәреү өсөн тап беҙҙең республиканы һайлауы ҡыуаныслы. Милли проектта ҡатнашыусыларҙан тыш, хакатонда айырым критерийҙар буйынса башҡа предприятиелар ҙа ҡатнаша ала. Был эш яҡшы тәжрибә бирер һәм уны компаниялар үҙҙәрендә тарата алыр, тип ышанам, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер–министрының беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Хакатонды уҙғарыу – “Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһы сиктәрендәге сараларҙың береһе лә. Сараның маҡсаты – сәнәғәтселәргә донъя иҡтисадындағы алдан күҙалланмаған үҙгәрештәргә тиҙерәк яраҡлашырға ярҙам итеү. Шулай уҡ санкция баҫымы шарттарында етештереү һөҙөмтәһен күтәреү өсөн бизнес һәм власть араһында тура һөйләшеү булдырыу. - Бөгөн Рәсәй сәнәғәте алдында торған бурыстарҙы хәл итеү тиҙлеге идарасыларҙың компетентлығына ла тығыҙ бәйле. Сеймал дефицитын еңеү, импортты алмаштырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн конкрет оҫталыҡҡа эйә булыу мөһим. Хакатон – һөҙөмтәле белем биреү форматы, ул етәкселәргә ғәҙәти идара итеү стратегияһын ҡабаттан ҡарарға булышлыҡ итә, - ти “Етешетереүсәнлек лидерҙары" программаһы етәксеһе Екатерина Гришина. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла ярҙам итә.