Быйыл Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү йәһәтенән һайлау буйынса тауыш биреү рейтингында республиканан 759 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, тотош Рәсәй буйынса 14 миллиондан ашыу кеше тауыш биргән. - Быйыл онлайн тауыш биреүҙә 87 төбәктән 14 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты. Был план буйынса күрһәткестәрҙән ике миллион тирәһенә артты. Был – яңы рекорд, ике йыл элек тауыш биреүҙә - 9,7, былтыр 10,7 миллион кеше ҡатнашҡайны. Бигерәк тә әүҙемлек күрһәткән төбәктәрҙе билдәләп үтке килә. Улар – Чечен, Алтай, Башҡортостан, Тыва республикалары, Томск, Свердловск, Силәбе, Һарытау, Һамар өлкәләре, Ставрополь крайы һәм Ямал-Ненецк автономиялы округы, - тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин. Тауыш биреү 15 апрелдә башланды һәм 31 майҙа тамамланды. Ул za.gorodsreda.ru. берҙәм федераль платформаһында, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль пропектына ярашлы, үткәрелде. Тотош Рәсәй буйынса фекер алыу өсөн тәҡдим ителгән йәмәғәт биләмәләре һаны биш меңдән ашҡан. Уларҙың 4,7 меңе – йәмәғәтселек биләмәһе – скверҙар, йылға буйҙары, урамдар, парктар, ихаталар һәм биләмәләрҙең 350 дизайн-проекты. Башҡортостандан 185 объект дөйөм Рәсәй платформаһына тәҡдим ителгән. Ҡайһы бер ҡалаларҙа һәм райондарҙа элек һайланып алынған биләмәләрҙең төҙөкләндереү буйынса дизайн-проекттарҙы һайлағандар, ҡайһылыр төбәктәрҙә 2024 йылда төҙөкләндереү ҡаралған биләмәләр өсөн тауыш биргәндәр. - Башҡортостанды ҡатнашҡан кешеләр һаны буйынса тауыш биреү лидерҙарының береһе булараҡ билдәләүҙәре ҡыуаныслы. Ирекмәндәребеҙҙең эшен дә әүҙем тип иҫәпләнеләр. Ситтә ҡалмаған һәр кемгә рәхмәт белдерге килә, дөйөм ҡатнашыу һөҙөмтәһендә киләһе йылда республикала тағы 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерә аласаҡбыҙ, - тине республиканың торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. 2019 йылда Башҡортостанда, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһына ярашлы, 560 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерҙеләр. Быйыл 63 муниципаль берәмектәге 122 объектта эштәр бара. Ҡалаларыбыҙҙа һәм райондарыбыҙҙа тормошҡа ашырылған проекттар булышлығында биләмәләрҙең тарихи йөҙөн һаҡлап алып ҡалыу, мәҙәни ҡеүәттәрҙе асыҡлау һәм уларҙы һаҡсыл сынъяһау итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Тағы төҙөкләндерелгәндән һуң йәмәғәт биләмәләре урында йәшәүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуына тулыһынса тура килә. Сығанаҡ, фото: house.bashkortostan.ru