Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бөгөн алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һуңғы пленар ултырышы

Бөгөн алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һуңғы пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров парламент депутаттарына биш йыл дауамында конструктив, оператив һәм йөкмәткеле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. – Был ваҡытҡа ауыр һынауҙар төштө, бындай ҡатмарлы шарттарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың башҡа власть органдары менән аныҡ, һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүен тәьмин итергә кәрәк булды. Беҙ һеҙҙең менән бергә коронавирус инфекцияһы, Көнбайыштың санкция баҫымы ваҡытында бөтә саҡырыуҙарға оператив рәүештә яуап бирҙек. Мин һеҙгә яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү менән бәйле закондар ҡабул итеүҙә берләшеп, оператив эшмәкәрлек алып барғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселегенә һәм тәжрибәле, көслө етәксе Константин Борисович Толкачевҡа ҙур рәхмәт. Быйыл көҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарға барған депутаттарға һәм сәйәси партияларға уңыштар, ғәҙел сәйәси көрәш теләйем. Парламенттың киләһе составы ла шундай уҡ конструктив һәм һө

Бөгөн алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һуңғы пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров парламент депутаттарына биш йыл дауамында конструктив, оператив һәм йөкмәткеле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. – Был ваҡытҡа ауыр һынауҙар төштө, бындай ҡатмарлы шарттарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың башҡа власть органдары менән аныҡ, һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүен тәьмин итергә кәрәк булды. Беҙ һеҙҙең менән бергә коронавирус инфекцияһы, Көнбайыштың санкция баҫымы ваҡытында бөтә саҡырыуҙарға оператив рәүештә яуап бирҙек. Мин һеҙгә яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү менән бәйле закондар ҡабул итеүҙә берләшеп, оператив эшмәкәрлек алып барғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселегенә һәм тәжрибәле, көслө етәксе Константин Борисович Толкачевҡа ҙур рәхмәт. Быйыл көҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарға барған депутаттарға һәм сәйәси партияларға уңыштар, ғәҙел сәйәси көрәш теләйем. Парламенттың киләһе составы ла шундай уҡ конструктив һәм һөҙөмтәле булыр, илебеҙ һәм республика мәнфәғәттәренә таяныр тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау 2023 йылдың 10 сентябренә тәғәйенләнгән. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башинформ.