Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сибай ҡыҙы, Бөрйән килене

Бөрйән район үҙәк дауаханаһында йәш белгес Зарина Темәсова стоматолог-терапевт булып эшләй. Сибай ҡалаһы ҡыҙы Зарина бәләкәйҙән бейеү сәнғәте менән ҡыҙыҡһына, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. 9-сы класты тамамлағандан һуң яҙмышын медицина менән бәйләргә ҡарар итә. Ике йыл ныҡлы әҙерләнгәндән һуң, имтихандарын уңышлы тапшырып, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Белемен арттырыу ниәтенән тырыш студент стоматология факультетының 4-се, 5-се курстарында уҡығанында Өфөләге шәхси клиникала шәфҡәт туташы, ассистент булып эшләп, тәжрибә туплай. Һуңғы уҡыу йылында Бөрйән егете, шулай уҡ йәш стоматолог-хирург Динис Кучумов менән яҙмыштарын бәйләй. Йәш ғаилә Аслан исемле ул үҫтерә. Декрет ялынан һуң үткән йылдың октябренән генә эш башлаһа ла, Зарина коллегаларының, пациенттарҙың ихтирамын яулап өлгөргән. Дауахана етәкселеге лә йәш хеҙмәткәрҙең үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеүен билдәләй. - Әлбиттә, тәжрибә етеңкерәмәүе сәбәпле, эш башлап китеүе еңел түгел. Шулай ҙа студент саҡта тәжрибә ту

Бөрйән район үҙәк дауаханаһында йәш белгес Зарина Темәсова стоматолог-терапевт булып эшләй. Сибай ҡалаһы ҡыҙы Зарина бәләкәйҙән бейеү сәнғәте менән ҡыҙыҡһына, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. 9-сы класты тамамлағандан һуң яҙмышын медицина менән бәйләргә ҡарар итә. Ике йыл ныҡлы әҙерләнгәндән һуң, имтихандарын уңышлы тапшырып, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Белемен арттырыу ниәтенән тырыш студент стоматология факультетының 4-се, 5-се курстарында уҡығанында Өфөләге шәхси клиникала шәфҡәт туташы, ассистент булып эшләп, тәжрибә туплай. Һуңғы уҡыу йылында Бөрйән егете, шулай уҡ йәш стоматолог-хирург Динис Кучумов менән яҙмыштарын бәйләй. Йәш ғаилә Аслан исемле ул үҫтерә. Декрет ялынан һуң үткән йылдың октябренән генә эш башлаһа ла, Зарина коллегаларының, пациенттарҙың ихтирамын яулап өлгөргән. Дауахана етәкселеге лә йәш хеҙмәткәрҙең үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеүен билдәләй. - Әлбиттә, тәжрибә етеңкерәмәүе сәбәпле, эш башлап китеүе еңел түгел. Шулай ҙа студент саҡта тәжрибә туплауым файҙаға ғына булды. Төшөнкөлөккә бирелмәйем, коллегаларыма мөрәжәғәт итһәм, ярҙамдарынан өҙмәйҙәр. Тормош иптәшем Динис эшемдә иң ҙур таянысым, кәңәшсем. - Тештең боҙолоуы башлыса гигиенаға бәйле, шуға тештәрегеҙҙе ваҡытында таҙартып, профилактик тикшереүҙәр үтеп тороғоҙ. Тешегеҙҙе бала саҡтан һаҡлағыҙ, тип әйтергә теләйем. Сөнки теш – кеше организмының үҙ аллы тергеҙелмәй торған берҙән-бер өлөшө. Тештәрҙәге кариес дөрөҫ туҡланмауҙан һәм иммунитет ҡаҡшауҙан да башланырға мөмкин. Тештәренең матур һәм сәләмәт булыуын теләгәндәргә бөгөнгө заман технологиялары ла бик күп мөмкинлектәр тәҡдим итә. Район халҡы сәләмәт булһын, - тигән теләктәрен еткерә Зарина Гәрәй ҡыҙы. Фото һәм текст сығанағы: Әлфинә Юлсурина.