Әле илебеҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы бара, егеттәребеҙҙе хәрби частарға оҙаталар. Башҡортостандың Хәрби комиссариатының саҡырыу пунктында сираттағы ошондай сара үтте. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. “Беҙҙең егеттәр Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең ниндәй генә частарында хеҙмәт итһәләр ҙә, улар часть командованиеһынан тик ығай баһа ала. Күп йылдар үткәс, улар үҙҙәре менән ғорурланасаҡ, был ваҡытты яҡшы һүҙ менән иҫкә аласаҡ, сөнки тап армияла характер, рух көсө нығына, тоғро һәм ышаныслы дуҫтар барлыҡҡа килә. Егеттәргә лайыҡлы хеҙмәт итергә, туғандарына һәм яҡындарына ҡайтырға теләйем”, – тине ул. Ысынлап та, егеттәребеҙ һәр ерҙә лә намыҫлы хеҙмәт итә, ата-әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Шуныһы ҡыуаныслы, әрмегә юлланған егеттәребеҙ күтәренке кәйефтә оҙон юлға сыға. Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы егете, "7 егет" проекты ҡатнашыусыһы Алмаз Малыбаев та әрме сафына бейеп юлланды! Ә инде проектың егеттәре уны дәртле көйҙәр менән оҙатып, хәйерле юлдар теләп ҡалды! Егеттәр, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ! Видеояҙма: vk.com/baik_bst Фотолар: Ирек Сәғитовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.