Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡорт телен үҫтереү буйынса проекттарҙы күрһәттеләр

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт телен үҫтереү буйынса проекттарҙың презентацияһы үтте 2023 йылдың 21 июнендә Башҡорт теле уҡытыусылары һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең мәғариф ойошмалары педагогтары өсөн Семинар-кәңәшмә сиктәрендә Башҡорт телен һаҡлау фонды проекттарының презентацияһы үтте. Сара сиктәрендә түбәндәге проекттар күрһәтелде: башҡорт-рус һәм рус-башҡорт тәржемәсеһенең “Башкортсофт” веб-порталы. Проект кураторы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Айбулат Йәмилов сайттың яңыртылыуы һәм яңылыҡтары хаҡында һөйләне. “Беҙҙең проект башҡорт телен белмәгән йәки һүҙмә-һүҙ тәржемә итеүҙе аңлай алмаған кешеләргә ярҙам итеү өсөн булдырылды. Беҙ бөтөн һөйләмдәрҙең сифатлы һәм теүәл тәржемәһен тәҡдим итәбеҙ, әйтемдең мәғәнәһен һаҡлап ҡалабыҙ һәм уны тәржемәлә юғалтмайбыҙ,” – тип аңлатма бирҙе Айбулат Айзат улы, проекттың миссияһы тураһында һөйләгәндә. Bashkortsoft сайтында ябай һәм уңайлы интерфейс бар, ул текстарҙы тиҙ һәм еңел тәржемә итергә мөмкинлек бирә. Интернет ҡулланыусы һәр кем сервисты шәхси һәм профессиональ маҡсаттарҙа бушлай ҡуллана ала. “Башҡорт теле. Яңы ҡараш-2.0” китап авторы Ләлә Сафина һөйләне, ул семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға әсбапты практикала нисек файҙаланырға кәрәклеген аңлатты. Ә проекттың техник өлөшө етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев был әсбаптың смартфондар өсөн мобиль ҡушымтаһын күрһәтте http://bashkorttele.ru/ . “Рәми Ғарипов сайты” проекты тураһында сайттың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова һөйләне. Башҡортостандың халыҡ шағиры, танылған башҡорт әҙәбиәте классигы Рәми Ғарипов – халыҡ һөйөүенә һәм танылыуына лайыҡ ижадсы. Сайт уның тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған, проекттың маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры иҫтәлеген мәңгеләштереү. Наҙгөл Ҡасимова “Башҡорт телендә квиз-уйын” проектын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе тураһында семинарҙа ҡатнашыусылар менән уртаҡлашты. 2023 йыл башынан Өфөлә төрлө темаларға 6 уйын үтте: Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады, Башҡортостан тарихы, Башҡортостан мәҙәниәте, Башҡорт эпостары, Башҡорт батырҙары һәм Башҡорт әҙәбиәте. Презентация аҙағында башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм тарихын популярлаштырыу методикаһын таратыу маҡсатында сарала ҡатнашыусыларға квиз-уйындарҙың бөтә материалдары тапшырылды. Проект етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Морат Ишемғолов “ЯКласс” мәғариф проекты тураһында һөйләне. “ЯКласс” сайты мәктәп программаһын үҙләштереүҙә класс ярҙамсыһы булып тора, унда хәҙер ҡулланыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса материалдар: тесттарға, викториналарға, контроль һәм ижади эштәргә индерелгән ике башҡорт телен уҡытыу линияһы буйынса 3 105 задание бирелә. "Контент 2021 йылдың ноябренән Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында «Якласс» һәм БР Мәғарифты үҫтереү институтының берлектәге тырышлығы менән булдырылды. Был проект Рәсәйҙең эре һанлы платформалары араһында туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендә беренсе булып тора”, – тип аңлатма бирҙе Морат Нил улы. Башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәре Гүзәлиә Исхаҡова “Әкиәттә ҡунаҡта” мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал проектын тәҡдим итте. Был эш сиктәрендә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының профессор-уҡытыусылар составы мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәре өсөн квалификация күтәреү курстары ойоштора, проект командаһы “Әкиәттә ҡунаҡта” уҡыу-дидактик материалдар эшләй. Презентация аҙағында ҡунаҡтар өсөн Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы, билдәле ҡурайсы Юлай Ҡасимов сығыш яһаны һәм бөйөк музыкант Ишмулла Дилмөхәмәтов репертуарынан көйҙәр уйнаны. Семинар-кәңәшмә сиктәрендә Башҡорт теле уҡытыусылары һәм Рәсәй төбәктәре мәғариф ойошмалары педагогтары өсөн тәҡдим ителгән бөтә проекттар БР Башлығы Гранттары фонды ярҙамында һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.