"Бәйләнештә" социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радмй Хәбиров түбәндәге яҙмаһы менән бүлешкән. – Беҙҙең "Алға" айырым иҡтисади зонаһының территорияһы яҡынса 300 гектарға артты, – тип яҙған Радий Хәбиров. – Территорияның "Уфимский" индустриаль паркы участкалары иҫәбенә киңәйеүе тураһында илебеҙ Хөкүмәтенең Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Беҙ, хеҙмәттәшлек тәңгәлендә, инвесторҙар менән ҙур эштәр алып барабыҙ. Һәм Рәсәй Хөкүмәтенә рәхмәтебеҙ ҙур. "Алға"ның сикләнгән майҙаны беҙгә айырым иҡтисади зонаһына эре бизнесты йәлеп итеү мөмкинлектәренә ҡамасауланы. Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары участкалары 80 процентҡа тулғайны инде. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең айырым иҡтисади зонаһының резиденттары, шул иҫәптән, сит ил компаниялары араһында, булырға теләүселәр күп. Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәҙер "Алға" айырым иҡтисади зонаһының майҙаны 763 гектарға хәтлем артты. Яңы участкалар Өфө районында уңайлы урынлашҡан, бында транспорт һәм инженер инфраструктуралары ныҡ үҫешкән. "Алға" айырым иҡтисади зонаһының бишенсе майҙансығында ағас эшкәртеү, машина төҙөү, мебель, ҡағыҙ изделиелары һәм башҡа продукциялар етештереү планлаштырыла. Инвестицияның дөйөм хаҡы – 13,3 миллиард һум, 765 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Фото: "Бәйләнештә" селтәре.