Ейәнсура районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес шәрифе Азамат Салауатов белдереүенсә, йәш эшҡыуар Денис Йомалин өйләнгәндән һуң хәләл ефете - стоматолог Руфинаның хыялын тормошҡа ашырырға һәм клиника асырға теләгән. 2016 йылдың апрелендә "Меркурий" клиникаһы барлыҡҡа килә. Бөтә эш бер стоматология креслоһынан башланып китә. Кәләше Руфина пациенттарҙы ҡабул итһә, ә Денис ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. Һуңыраҡ Йомалиндарҙың ғаилә бизнесы киңәйә. 2021 йылда рентген аппараты һатып алыу мәсьәләһе килеп тыуа. Ейәнсура районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, Денис Йомалин “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаша. Унда муниципаль программа сиктәрендә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса проект хуплау таба. Хәҙер "Мерк