22 июнь – Рәсәй тарихында фажиғәле көн. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә илебеҙҙең барлыҡ төбәктәренән халыҡ “Хәтер шәме” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Өфөлә, “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһы янында, “Алға Патриот” төбәк йәмәғәт ойошмаһы әүҙемселәре, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары, бюджет һәм йәмәғәт ойошмалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Монумент янында 300 шәмдән “Хәтерләйбеҙ” һүҙен һалғандар. "Башҡорт АССР-ынан Бөйөк Ватан һуғышы фронтына 710 меңдән ашыу һалдат китә, уларҙың 300 меңгә яҡыны һәләк була. Һәр яугир, тылда Бөйөк Еңеү өсөн эшләгәндәрҙең һәр береһе иҫтәлегенә шәмдәр тоҡандырҙыҡ. Башҡортостан яугирҙәре Ҡыҙыл Армия сафында Ҡара диңгеҙҙән Баренцевҡа тиклем бөтә фронттарҙа һуғыша. Меңәрләгән яугир Ленинград янында оборона һәм һөжүм алыштарында ҡатнаша, 1942 йылда Волгала, 1943 йылда Курск һәм Белгород янында алыша, Украинаны, Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Беҙ йыйылған урын да оср