Йәй – ул отпускылар һәм әүҙем ял итеү осоро ғына түгел, ә тормоштағы үҙгәрештәр һәм яңы маҡсаттар ҡуйыу өсөн яраҡлы осор. Мәҫәлән, күптәр эш эҙләү, профессияны алмаштырыу һәм иң ҡыйыу пландарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Был мәсьәләләрҙә уларға "Демография" милли проекты әүҙем ярҙам итә, уның ярҙамында 23 июндә “Рәсәй эше. Мөмкинлек ваҡыты” Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтәсәк. Йәрминкәнең төп маҡсаты – тиҙ арала эш һайлау һәм карьераны планлаштырыуҙа ярҙам итеү. Ҡыйғы районында йәрминкә Үрге Ҡыйғы ауылы мәҙәниәт йортонда иртәнге сәғәт 10-да башлана. Йәрминкәлә эшкә урынлашыу өсөн эш урындары тәҡдим ителә (бында шулай уҡ эш биреүсе менән әңгәмәләшеү үтергә мөмкин), талап ителгән һөнәрҙәр буйынса һөнәри белем биреү йүнәлештәре, шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәте менән карьера үҫеше зонаһы, эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге зонаһы: “Үҙ бизнесың” үҫеш нөктәһе. Сарала ҡатнашыусылар – эш биреүселәр, мәғариф ойошмалары, эшһеҙҙәр, карьера траекторияһын алмаштырырға теләгән граждандар, студенттар, сығарылыш уҡыусылары, өлкән класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре. Бөтәһе биш майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Адресы: Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 10 (Район мәҙәниәт йорто), Совет урамы, 14 (PROспект коворкинг-үҙәге). Сара Үрге Ҡыйғы ауылында иртәнге сәғәт 10-да башлана. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.