Найти тему
Башҡортостан гәзите

Графиктан алда тапшырҙылар

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына индерелгән икенсе ремонт объекты ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырылды. Галле ҡалаһы урамының Октябрь проспектынан алып Рихард Зорге урамына тиклемге өлөшөндә ремонт эштәре тулыһынса тамамланған. Ошо көндәрҙә бында йәйәүлеләр үткәүелендә термопластик менән горизонталь юл билдәләре һыҙылған. Был ремонттың һуңғы этабы булды. Урамдың 592-метрлыҡ киҫелешендә 17 500 квадрат метрҙан ашыу майҙанда юл япмаһы яңыртылды, иҫке бордюрҙар яңыларына алмаштырылды, тротуар ремонтланды. Урам-юл селтәренең был участкаһы йәнле һәм тулы, сөнки ул Өфөнөң үҙәк өлөшөнән М-7 федераль трассаһына сығыуҙы тәьмин итә. Шуға күрә бында юлсылар ремонт эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – 1,5 айҙа башҡарған. Төҙөлгән контрактҡа ярашлы эштәрҙе тамамлау ваҡыты – 02.10.2023. 2023 йылда Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын ремонтлау объекттары исемлегенә ете урам участкаһы индерелде. Объекттарҙа ремонт эштәре графиктан алда бара. Уҙған аҙнала Лев Толстой урамында ремонт тамамланды. Нижегородкала Рижская урамында ла юл япмаһының өҫкө ҡатламы һалына башланы. Әммә төҙөүселәр бында ла ваҡытты ҡыҫҡартырға ниәтләй. Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.