Мифтахетдин Аҡмулла исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетында бөйөк мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын, тормошон өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Был юлы Бишбүләк районындағы осрашыуға ла уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы дәррәү юлланды. Саралар Бишбүләк ауылында урынлашҡан 1-се урта мәктәбендә башланып китте. Унда Аҡмулланың ижадына һәм тормошона арналған стенд асыу ҙа иҫтәлекле булды. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын өйрәнеүгә ҙур көс һалған шәхес Фәнис Янышев үҙенең сығышында шағирҙың әсәһенең ошо райондың Айыт ауылынан булыуын билдәләне һәм бөгөн ошо ауылды күреү маҡсатын да әйтте. Райондың иң ҙур мәктәптәренең береһе – 1-се мәктәп уҡыусылары менән осрашыу ҙа фәһемле булды. Мең ырыуы башҡорттарының төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Шаймарданов мәктәп директоры Урал Ғатауллинға башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Ҡәнзәфәр бей миҙалын тапшырҙы. БДПУ-ның башҡорт теле