Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь йәштәр форумы үтәсәк

24 июндә, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумы алдынан, Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь йәштәренең форумы үтәсәк, ул 18 – 35 йәшкә тиклемге 500 йәш кешене берләштерәсәк. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Йәштәр эше буйынса федераль агентлыҡ, Беларусь Республикаһының Мәғариф министрлығы, Беларусь Йәштәр берлеге менән берлектә ойоштора. Форумдың программаһы дүрт тематик йүнәлешкә бүленгән: агросәнәғәт комплексы һәм ауыл биләмәләре, сәйәси берләшмәләр ҡатнашыусылары, илһөйәрлек берләшмәләрендә ҡатнашыусылар, йәштәр ойошмаларының ижади лидерҙары, балалар һәм студенттар берләшмәләре, студенттар отрядтары һәм эшсе йәштәр вәкилдәре. Шулай уҡ Өфө – Брест – Минск халыҡ-ара йәштәр телекүпере һәм Рәсәй – Беларусь йәштәре хеҙмәттәшлеге перспективалары һорауҙары буйынса стратегик сессия планлаштырылған. Ҡатнашыусылар “ПРОФфест” Бөтә Рәсәй һөнәрҙәр йәрминкәһен, республика Хәрби дан музейын ҡараясаҡ, Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалыу сараһында ҡатнашасаҡ һәм Йәштәр көнөн билдәләйәсәк. Фото сығанағы: Башинформ.