Уҙған тәүлектә 19 техноген янғын булған. Өфөнөң Орджоникидзе районында 250 квадрат метр майҙанда үлән янған. Барлыҡ янғындар ҙа һүндерелгән. Тағы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – һүндерелмәгән шырпы һәм тәмәкене ташламағыҙ. Янғын сыҡҡан осраҡта 101 һәм 102 һандарына шылтыратығыҙ. Әле республикала янғынға ҡаршы махсус режим дауам итә. Янғынға юл ҡуймаҫ өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Быны белеү мөһим: янып торған тәмәкенең максималь температураһы 300-420 С сиктәрендә тирбәлә, уның тарҡалыу ваҡыты - 48 минут. Яғыулыҡ материалының һүнеүенә сәбәпсе булып, тәмәке үҙе бер аҙҙан һүнә, әммә уның барлыҡҡа килгән көлө янғынға килтерергә һәләтле. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар. Уларҙың күләме ҙур: – халыҡ өсөн - 10-20 мең һум; - вазифалы кешеләр өсөн - 30-60 мең һум; - юридик шәхестәр өсөн – 400 - 800 мең һум. Шулай уҡ байтаҡ матди зыян килтереү, урман фондын юҡ итеү, травматизм һәм кешеләрҙең һәләк булыуы өсөн енәйәт яуаплылығы сараһы ҡаралған. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы сайтынан.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҙур күләмдә штраф һалына
21 июня 202321 июн 2023
~1 мин