Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында РИА Новости мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе форумда республика делегацияһының эше, шулай уҡ ғинуар айында дәүләт башлығы менән осрашыу йомғаҡтары һәм Донбасс төбәктәренә ярҙам хаҡында һөйләне. - Радий Фәрит улы, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында программағыҙ ниндәй? Инвесторҙар менән осрашыуҙар үткәрергә планлаштыраһығыҙмы? - Программа бай. Ҙур инвесторҙар менән осрашыуҙар нон-стоп режимында бара ла инде. Уларҙың байтаҡ проекттары бар. Беҙ «Башҡортостан сода компанияһы»ның эшмәкәрлеген, иҡтисадыбыҙға инвестициялаған бер нисә сәнәғәт предприятиеһын үҫтереү перспективаларын тикшерҙек. Дөйөм алғанда, билдәле бер ваҡыт эсендә инвестиция килешеүҙәре әҙерләйбеҙ, ә бында уларҙы анализлайбыҙ. Форум йомғаҡтары буйынса яҡынса 100 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйырбыҙ тип уйлайым. Был былтырғыға ҡарағанда күберәк. - Һеҙ «Башҡортостан сода компанияһы»н иҫкә алдығыҙ. Ул бөгөн нисек үҫешә, сеймал мәсьәләһе хәл ителгәнме? - Һуңғы дүрт йылда компания тарихында иң яҡшы финанс һөҙөмтәләрен күрһәтте. Ул етештереү күләме, керем һәм саф килем күләме. «Башҡортостан сода компания»һы акцияларының 38 проценты республиканыҡы булыуын, ә йәнә 12 проценты беҙҙең идарала булыуын иҫәпкә алғанда, был беҙҙең өсөн бик мөһим һөҙөмтә. Был - беренсеһе. Икенсеһе. Компания, әлбиттә, санкция баҫымын кисерә, ләкин дөйөм алғанда әйләнеште кәметмәй. Етештереү тигеҙ эшләй. «Башҡортостан сода компанияһы»ның үҫеш стадияһында булыуы, 30 миллиард һумдан ашыу суммаға бер нисә инвестиция проектын әҙерләүе һәм тормошҡа ашырыуы бик мөһим. Компания атмосфераға сығарылған зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән ҙур программаны тамамлай. Элек беҙгә халыҡтың экологик шарттарға зарланыуы килә ине. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан сода компанияһы» тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү өсөн саралар комплексын ғәмәлгә ашыра. Зарарлы ташландыҡтар ярайһы уҡ кәмене ла инде. Сеймал сығанағына килгәндә. Әлегә анализдар һәм тикшеренеүҙәр тамамланмаған, Шахтауҙың ағымдағы карьерын артабан файҙаланыу перспективалары тураһында тулы һығымта юҡ. Шул уҡ ваҡытта компания башҡа ятҡылыҡтарҙан сеймалды өйрәнде. Хәлде аңлау менән өҫтәмә сеймал алыу өсөн инфраструктура булдырыуға тотонасаҡбыҙ. - 2023 йылдың ғинуарында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа Ағиҙел ҡалаһында махсус иҡтисади зона булдырыу проектын хуплауығыҙҙы һоранығыҙ. Был мәсьәләне хәл итеү ниндәй стадияла? - Проект Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында ҡарала. Был биләмәгә ниндәй статус бирергә кәрәклеген бергәләп анализлайбыҙ. Порт статусы ҡала зонаһында Ағиҙел йылғаһында ҙур тәрәнәйтеү эштәрен башҡарыу кәрәклегенә бәйле. Был өҫтәмә аҡса һалыуҙы талап итә. Шул уҡ ваҡытта урындағы предприятиеларҙы башҡа алымдар, шул иҫәптән «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһен киңәйтеү аша ла үҫтерергә мөмкин. - Президент менән осрашыуҙа шулай уҡ Өфөлә һуғыш ветерандары госпитале төҙөү инициативаһын тикшерҙегеҙ. Был проект нисек алға китә? - Беҙ был объектты финанслауҙың бер нисә вариантын әҙерләнек. Эш шунда: Милли именлек фонды аҡсалары ҡатнашлығындағы тәүге вариант госпиталдәрҙең үҙенә билдәле талаптарҙы күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта беҙ концессионер таптыҡ, уның менән төҙөлөш эштәренә тотонорға ниәтләйбеҙ. Госпиталь өсөн майҙансыҡ билдәләнгән дә инде, проектлауҙы быйыл йәй башлаясаҡбыҙ. 70 мең квадрат метр майҙанлы ҙур объект төҙөргә ниәтләйбеҙ. - Дәүләт башлығы менән фекер алышыуҙың тағы бер темаһы Башҡортостандың беренсе Президенты иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҡағылды. Өфөлә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл ҡасан барлыҡҡа киләсәк? - Оҙайлы ваҡыт урын һайланыҡ, республика Дәүләт Йыйылышы бинаһы менән йәнәш һәйбәт майҙансыҡ таптыҡ. Һәйкәл билдәле скульптор Салауат Щербаков етәкселегендә эшләнәсәк. 2024 йылдың 7 февралендә Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуыуына 90 йыл тула. Был датаға беҙ һәйкәл ҡуйырға планлаштырабыҙ ҙа инде. - Былтыр форум майҙансығында республика «Роснефть» менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеү төҙөнө. Был документтың положениеларын нисек тормошҡа ашыраһығыҙ? - Быйыл беҙ яҡшы дивидендтар алдыҡ. Компанияның глобаль рәүештә барған ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, уның предприятиелары тотороҡло эшләй, һалымдар түләй. «Роснефть» социаль программаһы ла тулы күләмдә тормошҡа ашырыла. - Махсус хәрби операция тураһында һорау. Башҡортостан бер нисә ирекле батальонды алғы һыҙыҡҡа оҙатты ла инде. Республикала шулай уҡ ирекле полк ойошторола. Был халыҡтың холоҡ-фиғеле, уларҙың берҙәмлеге менән нисек бәйле? – Беҙ махсус хәрби операция биләмәһенә өс батальон ебәрҙек. Оборона министрлығы структураһында ойошторолған уларҙың икәүһе ҙур алыштарҙа ҡатнашты. Беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәр үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә, күптәре ҡаһарманлыҡ өсөн дәүләт наградалары алды. Июнь аҙағына тиклем «Башҡортостан» ирекле полкын формалаштырыуҙы тамамлаясаҡбыҙ. Уның яугирҙәре Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтә, шунан һуң махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ. Һис шикһеҙ, халыҡтың патриотизмы башҡорт халҡының тарихы менән бәйле. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенән алып ата-бабаларыбыҙ дәүләт сиктәрен һаҡланы, күп һуғыштарҙа ҡатнашты, Тыуған илен һәм яҡташтарын яҡланы. Ә бөгөн республика хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының үҫешкән системаһын булдырҙы. - Донбасста Башҡортостандың шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһы бар. Һеҙ уға ниндәй ярҙам күрһәттегеҙ? - Был ҡала округына Петровский һәм тағы ла бер нисә тораҡ пункт инә. 2023 йылға республика бюджетында 2 миллиард һум ҡаралған тип әйтә алам. Аҡса торлаҡ йорттарҙы, коммуналь һәм юл инфраструктураһын, социаль объекттарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелә. Былтыр был маҡсаттарға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Беҙ Луганск Халыҡ Республикаһы етәкселеге менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, уның буйынса төбәктең социаль өлкәһен тергеҙеүҙә ҡатнашасаҡбыҙ. Бынан тыш, төҙөүселәребеҙ Мариуполдә торлаҡ йорттарҙы тергеҙә. Эштәр күп. - Быйыл Башҡортостан X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын ҡабул итәсәк. Унда тәүге кешеләр саҡырылғанмы? - Форум Рәсәй Федерацияһы Советы һәм Беларусь Республикаһы Советы кураторлығы аҫтында үткәрелә. Валентина Ивановна Матвиенко һәм Наталья Ивановна Кочанова форум етәкселәре буласаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Радий Хәбиров РИА Новости агентлығына интервью бирҙе
5 минут
21 июня 202321 июн 2023