"Кейек ҡаҙ юлдары" менән киң танылыу алған Артур Хәсәнов тураһындағы һәр яңылыҡты яҡтыртып барабыҙ. Был юлы күптәрҙең яратҡан йырсыһына әйләнгән Артур "Кейек ҡаҙ юлдары"ның авторы Гүзәлиәнең концертына ҡайтҡан һәм сығыш яһаған. "Минең "Кейек ҡаҙ юлдары" йырымды башҡарып танылған Артур Хәсәновты ла ҡайтара алдыҡ. Концертҡа әҙерләнгәндә, ниндәйҙер бер нюанс кәрәк, тип уйланым. "Моғайын Артурҙы саҡырырға кәрәктер", - мин әйтәм. Ни өсөн тигәндә, концерт алдынан: "Гүзәлиә, Артур ҡайта аламы?", "Артур йырлаясаҡмы?" - тигән һорауҙар күп булды. Оҙаҡ уйламайынса: "Артур, концертыма киләһең киләме?"- тип яҙҙым. "Килә лә, ебәрерҙәрме икән?" - ти Артур. "Һөйләшеп ҡарайыҡ әле", - тинем. Командирҙары, хәрби часть менән һөйләшеп, мәҙәниәт идаралығынан хаттар яҙҙырып, Артурҙы ҡайтарырға рөхсәт алдыҡ. Аллаға шөкөр, бер аҙнаға ебәрҙеләр. Ғаиләһен дә күреп килә алды, бөгөн иртән кире махсус операцияға юлланасаҡ", -тип яҙған Гүзәлиә. Шулай уҡ Гүзәлиәнең концертында Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әнүәр Нурғәлиев, Элвин Грей һәм башҡалар ҡатнашҡан. Артур Хәсәновҡа артабан да сәхнәләрҙә сығыш яһарға насип булһын! Фото: "Интертат".
Артур Хәсәнов "Кейек ҡаҙ юлдары" йыры авторының концертына ҡайтҡан
21 июня 202321 июн 2023
~1 мин