Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡорт тоҡомло “Башҡорт аты” Икенсе халыҡ-ара фестиваль Баймаҡ районында үтәсәк

Башҡорт тоҡомло “Башҡорт аты” Икенсе халыҡ-ара фестиваль Баймаҡ районында үтәсәк Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло “Башҡорт аты” Икенсе халыҡ-ара фестивален үткәреү буйынса ойоштороу комитетының күсмә кәңәшмәһе үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар фестивалде ойоштороу мәлдәрен тикшерҙе, яңы фекерҙәр һәм тәҡдимдәр тыңланды. Сара 11 – 13 августа район биләмәһендәге Граф күле буйында үтәсәк, тип хәбәр ителде. Унда бөтә Рәсәйҙән йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәр саҡырыласаҡ. Улар үҙ сиратында йылҡысылыҡ традицияларының үҫеше, уны һаҡлау, ҡымыҙ бешеү һәм төбәктәге башҡа халыҡ кәсептәре, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү мәсьәләләрен ҡараясаҡ. Ҡунаҡтарҙы тос спорт һәм мәҙәни программа көтә. “Ылаҡ”, “Тай-тулаҡ”, йәйәү һәм атта уҡтан атыу кеүек милли ярыштар ойошторола. - Былтырғы “Башҡорт аты” фестивале бик яҡшы кимәлдә үткәйне. Бындай сара республикала ауыл хужалығы һәм иҡтисад үҫеше өсөн бик мөһим. Башҡорт аттарының сыҙамлы икәнлеге билдәле, шуға уларҙы таҙа көйө һаҡлау сараһын күрергә кәрәк. Фестиваль бик ҡыҙыҡлы булыр, киләһе йылдарҙа ул тотош Рәсәй генә түгел, сит ил туристарын да был ерҙәргә йәлеп итер тип өмөтләнәбеҙ, - тине “Баймаҡ хәбәрҙәре”нә Урал Килсенбаев. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: тәүге фестиваль Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән Баймаҡ районында 2022 йылдың 29-30 июлендә булғайны. Сара йылҡысылыҡты һаҡлауҙы, үҫтереүҙе, ҡымыҙ яһау һәм башҡа төр кәсепселекте үҫтереүҙе, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Фото:rcntrb.com