Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда 178 мең гектар файҙаланылмаған ауыл хужалығы ерҙәре барлығы асыҡланған

Быйыл Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе һанлаштырыу һөҙөмтәһендә файҙаланылмаған 178 мең гектар майҙан барлығы асыҡланған. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында вице-премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Дөйөм алғанда, был бик аҙ майҙан, сөнки республикала бөтәһе 6,6 миллион гектарҙан ашыу ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер бар. Һанлаштырыу ер фондын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға, ҡулланылмаған участкаларҙы табырға һәм әйләнешкә индерергә ярҙам итәсәк. Билдәле булыуынса, 2021 йылдың ғинуарына ерҙәрҙең 65 проценты һанлаштырылған. Бөгөнгө иһә 94 процент тәшкил итә. 19 район был йүнәлештә эште еренә еткереп ҡуйған. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров һанлаштырыуҙы 1 ноябргә тиклем тамамларға ҡушты. Бынан тыш, 2023 йылда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең һанлы карта-схемаларын формалаштырыу буйынса пилот проектына Башҡортостан индерелде. Методикаға ярашлы, 10-дан ашыу мәғлүмәт сығанағы, шул иҫә

Быйыл Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе һанлаштырыу һөҙөмтәһендә файҙаланылмаған 178 мең гектар майҙан барлығы асыҡланған. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында вице-премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Дөйөм алғанда, был бик аҙ майҙан, сөнки республикала бөтәһе 6,6 миллион гектарҙан ашыу ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер бар. Һанлаштырыу ер фондын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға, ҡулланылмаған участкаларҙы табырға һәм әйләнешкә индерергә ярҙам итәсәк. Билдәле булыуынса, 2021 йылдың ғинуарына ерҙәрҙең 65 проценты һанлаштырылған. Бөгөнгө иһә 94 процент тәшкил итә. 19 район был йүнәлештә эште еренә еткереп ҡуйған. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров һанлаштырыуҙы 1 ноябргә тиклем тамамларға ҡушты. Бынан тыш, 2023 йылда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең һанлы карта-схемаларын формалаштырыу буйынса пилот проектына Башҡортостан индерелде. Методикаға ярашлы, 10-дан ашыу мәғлүмәт сығанағы, шул иҫәптән Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының дәүләт мәғлүмәт системалары йыйыласаҡ, анализланасаҡ. Әлеге ваҡытта проекттың беренсе этабы тамамланған. – Инвентаризация һәм “ЕР паспорты” модулен яңыртыу тамамланғандан һуң республика муниципаль райондарҙа файҙаланылмаған һөрөнтө ер буйынса мәғлүмәттәр базаһын аласаҡ. Шулай уҡ рәсмиләштерелмәгән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр йәки уларҙы маҡсатһыҙ файҙаланыу тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа киләсәк, – тип аңлатты ауыл хужалығы министры. Автор фотоһы.