Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан һуң Башҡортостандан Салауат Юлаев исемендәге ирекмәндәр батальоны яугирҙәре махсус хәрби операцияға юлланды. Йола буйынса, уларҙы оҙатыу тантанаһы “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән яугирҙәрҙе Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. Башҡортостан Рәсәй Ҡораллы Көстәре командованиеһынан өлгөлө әҙерлеге, дисциплинаһы һәм юғары профессионализмы өсөн күп рәхмәт хаттары ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Бөгөн республика һәм бөтә ил һеҙҙең менән ғорурлана, сөнки һеҙ ҡатмарлы хәрби бурыстар үтәйһегеҙ, Ватаныбыҙҙы батырҙарса яҡлайһығыҙ. Һеҙ барыбыҙ өсөн дә ысын батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тораһығыҙ. Белегеҙ, егеттәр: һеҙ хеҙмәт иткәндә ғаиләләрегеҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ хаҡында ҡайғыртасаҡбыҙ. Беҙ һеҙгә даими рәүештә кәрәкле бөтә нәмәне ебәрәбеҙ, гуманитар ярҙам күрһәтәбеҙ, социаль-көнкүреш мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итәбеҙ. Белегеҙ, беҙ артабан да ошо тәү сираттағы бур