Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостандың йәш медиасылары - Калининград ҡалаһында «ШУМ» йәштәр форумында

Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте активистары Калининградта асылған «ШУМ» Бөтә Рәсәй йәштәр форумында ҡатнаша. Форумды ойоштороусылар булып Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Калининград өлкәһе хөкүмәте сығыш яһай. Төп майҙансыҡ булып 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул иткән Калининград стадионы тора. Быйылғы яңылыҡ – үҫмерҙәр өсөн ҡатнашыу мөмкинлеге. Форум Рәсәйҙән һәм Беларусь Республикаһынан 14 -30 йәшлек 650 ҡатнашыусыны йыйҙы, улар араһында йәш креаторҙар, продюсерҙар, блогерҙар, дизайнерҙар, фотографтар, журналистар бар. Форумда Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ангелина Рамазановаға, Туймазы ҡалаһынан Резван Ғатауллинға һәм Өфө ҡалаһынан Милана Мансуроваға ҡатнашыу бәхете тейҙе. Форумда йәштәр үҙҙәренең медиа-компетенцияларын үҫтерергә ниәтләй. "Беренселәрҙең хәрәкәте" форумы ҡатнашыусылары һанлы хәүефһеҙлек, шәхси бренд, дизайн һәм маркетинг, контент етештереү һәм башҡалар тураһында күберәк белә. Тантаналы асыуҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Ксения Разуваева, Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте идараһы рәйесе Григорий Гуров һәм Калининград өлкәһе губернаторы Антон Алиханов ҡатнашты. Сергей Кириенко Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың форумда ҡатнашыусыларға сәләмләү мөрәжәғәтен уҡып ишеттерҙе. Ул хәҙерге шарттарҙа медиасфера вәкилдәре үҙ өҫтөнә алған мөһим ролде билдәләне.