Өфөлә бөгөн, 21 июндә, Совет майҙанында Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальонының ялға ҡайтҡан яугирҙәрен ҡаршы алдылар. Ҡаршыларға килгәндәрҙең күбеһе туғандарын бер йыл тиерлек күрмәгән, шуға күрә яугирҙар үҙҙәре лә, уларҙың ғаилә ағзалары ла был осрашыу бәхетенә ышанып бөтә алмай. “Ниндзя” исеме менән йөрөгән ирекмән мөһим маҡсат менән өйгә ҡайта: ул хеҙмәткә киткәндән һуң донъяға ауаз һалған балаһын күрмәгән. Салауат ҡалаһынан булған яугирҙең тағы ла үҫмер улы бар – ул бәхетле йылмайып, атаһынан бер аҙым да ситкә китмәй. "Минең ял итеү пландарым – улым менән аралашыу. Хәҙер ике улым бар: мин киткәндән һуң, тағы бер улым тыуҙы. Хәҙер, ниһайәт, уны күрәсәкмен. Өйгә ҡыуаныслы хистәр менән ҡайттым, быны һүҙ менән генә еткереү мөмкин түгел. Беҙ бик оҙаҡ йөрөнөк, әммә был юл еңел бирелде — Тыуған илгә юл һәр ваҡыт ҡыҫҡа”, – тип уртаҡлашты “Ниндзя”. Борай районынан Фирүзә И. ире менән осрашты. Йәш ғаиләгә айырылыу еңелдән булмай, әммә ҡатын иренең ҡарары менән ғорурланыуын белдерҙе. –