“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы булды. 23 июндә Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы “Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” тигән исем аҫтында Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең икенсе этабы ойошторола. 14 апрелдә төбәк этабы булды, ошо йома иһә федераль этап үткәрелә. Башҡортостанда был сара барлыҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа – йәмғеһе 64 майҙанда – була. Баш ҡалала “Өфө-Арена” майҙансығында ойошторола. Унда Ватанды һаҡлаусылар, эш биреүселәр, эшлекле коммуникация, мәктәпкә тиклемге һәм мәктәп профориентацияһы, белем биреү ойошмалары, ғаилә һәм карьера лекторийы тигән һигеҙ зона бик мауыҡтырғыс булмаҡсы. Әйткәндәй, был көндө республикалағы бер меңгә яҡын эш биреүсе 13 мең тирәһе вакансия тәҡдим итәсәк. Улар араһында ҡыҙыҡлылары ла бар. Мәҫәлән, креслолар етештереү буйынса компания баш технолог булып эшкә төшкән белгескә бер миллион һум түләргә вәғәҙә итә. Бы