Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сираттағы ултырышында етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙы 2023 йылдың 10 сентябренә тәғәйенләне. Ултырыш 20 июндә үтте. Комиссия ағзалары шулай уҡ округ һайлау комиссиялары тарафынан һайлауҙар үткәргәндә төҙөлгән документтар исемлеген һәм депутатлыҡҡа кандидаттарҙың, уларҙың вәкилдәренең, ышаныслы кешеләрҙең танытмалары формаларын раҫланы. Шулай уҡ Үҙәк һайлау комиссияһы партияларҙың һәм депутатлыҡҡа кандидаттарҙың махсус иҫәптәрен асыу өсөн Һаҡлыҡ банкы бүлексәләре исемлеген, һайлауҙарҙы әҙерләгәндә һәм үткәргәндә һатып алыу тәртибен раҫланы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 21 йәштән өлкән Рәсәй Федерацияһы граждандары һайлана ала. Депутаттар биш йылға һайлана. Төбәк парламентында бөтәһе 110 депутат, уларҙың 55-е бер мандатлы округтар буйынса, ҡалғандары берҙәм республика һайлау округы буйынса партиялар күрһәткән кандидаттар исемлегенә бирелгән тауыштар һанына пропорциональ һайлана. Фото: msx.gov.ru